Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дубайҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Климат үҙгәрештәре һәм тирә-яҡ мөхит мәсьәләләре буйынса министры Әмнә бинт Абдулла Әл Дахак Әл Шәмси менән осрашты. Яҡтар ауыл хужалығында хәләл продукция менән сауҙа итеү һәм уны ғәрәп илдәре баҙарына индереү тураһында һөйләште.
Башҡортостан етештереүселәре Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «Хәләл» стандарты буйынса сертификация үтте. Республиканың шулай уҡ бал һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙарын экспортлау тәжрибәһе бар. Радий Хәбиров төбәктең сит илгә иген, һыйыр ите, орлоҡ һәм рапс майы оҙатыу потенциалы барлығын белдерҙе.
Ғәрәп иле ведомствоһы етәксеһе тәҡдимдең Әмирлектәр өсөн ҡыҙыҡһыныу уятыуын билдәләне. Сит ил вәкилдәре Башҡортостан менән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә фәнни хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерҙе.