27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим индерелә

Уға ярашлы, урмандарҙа ут яғыу тыйыла. Режимды боҙоусыларға штраф һалына. Уның күләме физик шәхестәргә 60 мең, юридик ойошмаларға 2 миллион һумға тиклем. Төбәктә урманда ут таралыуҙы иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы үтте. Яҡынса фаразлауҙар буйынса быйыл йәй эҫе булыр тип көтөлә. Шуға ла урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрҙәре, ҡотҡарыусылар, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре урман янғындарын иҫкәртеү эшен әле үк әүҙемләштерә.