Өйрәнерлек тәжрибә. Башҡортостан «Мэрҙар мәктәбе» тыңлаусылары өсөн уҡытыу саралары үткән биш субъектың береһе булды. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр уҡыуҙа төбәк башлыҡтарының тәҡдиме буйынса ҡатнашты. Кураторҙар булып «Губернаторҙар мәктәбен» тамамлаусылар сығыш яһаны. Дирекция уҡыу үтергә теләүселәрҙән меңдәрсә ғариза ҡабул итә. Һөҙөмтәлә һайлап алынған 565 кешенән дөйөм рейтинг төҙөлә. Уларҙан тик 160-ы бөгөнгө проектҡа саҡырыу алған. Дәрестәр июлгә тиклем дауам итә.