Иглин районы халҡы «Хәтер баҡсаһы» Бөтә Рәсәй экология һәм илһөйәрлек акцияһына ҡушылды

«Хәтер баҡсаһы» ул Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарға хәтер һәм хөрмәт билдәһе. Ата-бабалар ҡаһарманлығын ағастар ултыртып мәңгеләштереүселәр хаҡында киләһе яҙмала.

Ылыҫлы ағастар шаулап үҫеп киһен өсөн айырым технология үтәлә. Шыршылар һалҡын ярата. Питомниктан ҡаҙып алынған үҫентеләр бөрө ебәрмәһен өсөн ҡарлы борттарға күсереп ултыртыла. Шулай иткәндә дым һаҡлана, ҡоромай.

Таутөмән урман хужалығындағы гектарға яҡын майҙанда иртәнге сәғәттәрҙән йәнлелек. «Хәтер баҡсаһы» акцияһында хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, район урман хужалыҡтары һәм агросәнәғәт колледжы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡатнашты. Урман ултыртыуҙа ҡатнашҡан олоһо-кесеһе өсөн акция шәхси тарихтың бер өлөшө булып тора.

«Хәтер баҡсаһы»-ул геройҙарыбыҙға, ветерандарыбыҙға, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға хөрмәт билдәһе. Акцияла йыл һайын ҡатнашам.Минең ике олатайым да ил азатлығы өсөн Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Береһе хәбәрһеҙ юғалған, ә икенсеһе Луганскта ерләнгән.

Татьяна Плотвина, Иглин районының «Йәш рухлылар» көмөш ирекмәндәр йәмәғәт ойошмаһы координаторы

Былтыр Иглиндә ҡырҡ гектарҙа йөҙ алтмыш меңдән ашыу йәш үҫентеләр ултыртылһа, быйыл иһә биш меңгә яҡын . «Хәтер баҡсаһы» акцияһында йәштәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Ил буйынса барған экологик һәм патриотик сараның маҡсаты изге - Бөтә Рәсәй буйынса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу.

Гүзәл Борханова