Матур йолаға әйләнгән сара баш ҡаланың бер нисә майҙанында үтте. Һәр объект эргәһендә халыҡ өсөн музыкаль тамашалар ҡуйылды. Ғөмүмән, Өфө фонтандарға бай һәм уларҙы асыу буйынса айырым график төҙөлгән. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Һоҡланғыс күренеш. Өфөләге фонтандың ете ҡыҙы, әйтерһең дә, хәрәкәткә килеп, бейеүгә төшкән. Сауҙа-иҡтисад колледжы һылыуҡайҙары икенсе йыл рәттән биләмәлә сығыш яһап, яуаплы бурысты үтәй - легендар бейеү менән оҙайлы ҡышҡы тынлыҡтан һуң фонтан асылыуға старт бирә.
Майҙандағы музыкаль тамаша һәр кемгә рух күтәренкелеге өҫтәне. «Ете ҡыҙ» фонтаны асылыуын күптәр алдан белеп килгән.
Салауат Юлаев майҙанындағы фонтанды асыу тантанаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығышынан башланды. Йәш ҡурайсылар осраҡлы ғына саҡырылмаған. 2007 йылда асылған фонтан да бит тап «Ҡурай» тип атала. Фонтан майҙандары байрамға килгән халыҡтың һәм Өфө ҡунаҡтарының шат тауышына күмелде.
Легендар комдив, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында илһөйәрлек рухындағы йырҙар яңғыраны. Баш ҡаланың сәнғәт мәктәптәренән дүрт йөҙгә яҡын һәләтле бала, һынлы оркестр сығыш яһаны.
Баш ҡаланың тарихи үҙәге - Совет майҙанында ла фонтан эшләй башланы. Киске ваҡытта ул сағыу төҫтәргә инеп, музыка менән оҙатыла. Һыуға килгәндә ул алты метр бейеклеккә тиклем урғыла, күреүегеҙсә көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, ҡыйыуҙар һыуҙа ҡойонорға ла батырсылыҡ итте.
Баш ҡаланың алты майҙанында фонтан урғылды. Мостай Кәрим исемендәге сквер менән Ленин исемендәге майҙанда ла һыу тауышы ишетелә башланы.
Фонтандар миҙгелен «Яҙҙың матур мәле, яҡынлашып килгән йәй символы» тиҙәр. 1 май Өфөлә «Бейеүсе торналар» асылыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина