Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, егеттәр яңы төбәктәрҙә хеҙмәт итмәй, шулай уҡ махсус хәрби операцияға ебәрелмәй. Быйыл яҙ 5 меңдән ашыу кеше Рәсәй Ҡораллы көстәренә алына. Беҙҙең республика Үҙәк хәрби округта армияға саҡырылған егеттәр һаны ғына түгел, ә саҡырыу кампанияһын ойоштороу буйынса ла алдынғы төбәктәрҙән иҫәпләнә.