Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко һәм Дүртөйлө райондарында Ҡармасан, Сыйрыш, Мишиҙе, Кеүәш йылғалары аша гидротехника ҡоролмалары төҙөкләндерелә. Бының өсөн федераль бюджеттан 350 миллион һум йүнәлтелә. Күперҙәр киләһе йыл аҙағына ремонтланып бөтөргә тейеш.