Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл патриотик йырҙар авторҙары конкурсы Өфөлә майҙа “Арт-Квадрат” майҙансығында үтә. Сарала Мәскәү, Ярославль, Ырымбур, Ульяновск, Дондағы Ростов һәм башҡа ҡалаларҙан музыканттар сығыш яһай. Фестиваль барышында ялан кухняһы, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр була. Беҙҙең республикала патриотик автор йырҙары фестивале 2014 йылдан уҙғарылып килә.