Башҡортостан халҡы “Еңеү диктанты”н яҙа

Халыҡ-ара акция бөгөн ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде тикшереп ҡарау өсөн 25 тест һорауы әҙерләнгән. Өфөлә диктантты уҙғарыу өсөн 60 майҙансыҡ ойошторолған. Башҡортостан Милли музейында ла тест һорауҙарына яуап бирергә була. Музейҙың бүлек мөдире Рәзилә Салаватова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Еңеү диктанты” һорауҙарына онлайн да яуап бирергә мөмкин. Юғары һөҙөмтә күрһәткән сығарылыш уҡыусылары вузға ингәндә өҫтәмә өҫтөнлөктәр менән файҙалана. Федераль еңеүселәр 9 майҙа Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадына саҡырыла.