Сарала донъя, ил кимәлендәге билдәле табиптар, ғалимдар ҡатнаша. Форум туғыҙынсы тапҡыр ойошторола һәм ошо йүнәлеш буйынса эшләгән табиптар өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора.
Быйыл уның тап Башҡортостан майҙанында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республикала һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуҙарын дауалауға, паллиатив ярҙам күрһәтеүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Былтыр Өфө хосписы эшләй башланы, быйыл Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге файҙаланыуға тапшырылды.
Форумда ҡатнашҡан табиптар Башҡортостан медицина учреждениеларының эш тәжрибәһе менән дә танышҡан.Улар фекеренсә, республиканың паллиатив ярҙам буйынса эшмәкәрлеге күп төбәктәргә өлгө булырлыҡ. Айырыуса пациенттарҙы өйҙә хеҙмәтләндереү системаһы. Сарала паллиатив медицина ярҙамын камиллаштырыу, сирлеләрҙең яҡындарына ярҙам, яңы технологияларҙы үҙләштереү тураһында ла һүҙ барҙы.
Форумда Республика клиник онкология диспансерына, Стәрлетамаҡ балалар һәм Белорет үҙәк район дауаханаһына автомобиль асҡыстары тапшырылды. Транспорт саралары паллиатив ярҙамға мохтаж пациенттарға өйҙә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡулланыласаҡ. Белгестәр фекеренсә, яман шеш ауырыуҙары осраҡтарында табиптар ярҙамына ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Белорет үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илдар Хәмитов билдәләүенсә, Белорет иң ҙур райондарҙың береһе, ауылдар таулы-урманлы зонала, үҙәктән алыҫ урынлашҡан. Шуға күрә лә яңы автомобиль сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙең төп факторы булып тора.