Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте. Кескәйҙәр сәсәнлектә ярышты. Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте.
«Айыуҡай» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында «Аҡтирмә» милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә «Урал батыр» мәктәбе эксперименталь майҙансығы эшләй. Шуға күрә лә эпосты яттан һөйләү район конкурсы йыл да ошо баҡсала уҙғарыла. «Урал батыр» бәйгеһе тәрбиәселәр әҙерләгән театрлаштырылған тамашанан башланды. Әҙерлек төркөмөнән Байрас һәм Баязит Буранбаевтар эпостың яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшен үҙ сығыштарында тулы мәғәнәһендә тамашасыға еткерә алды.
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район бәгеһендә 16 конкурсант үҙ-ара көс һынашты. Баһалама ағзалары уларҙың тасуири һөйләүҙәрен, милли музыка ҡоралдарында уйнай белеүҙәрен һәм сәхнә кейемдәрен баһаланы. Әҙәби ҡомартҡыны балалар башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләне.
Йәш сәсәндәр үҙҙәренең сағыу ижади сығыштары менән баһалама ағзаларын һоҡландырҙы. «Урал батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ижадын киләсәккә тапшырыу маҡсатында үткәрелгән сарала гран‐приға «Айыуҡай» балалар баҡсаһынан игеҙәктәр Баязит һәм Байрас Буранбаевтар лайыҡ булды.