«Олимп» тип исемләнгән клубҡа дзюдо буйынса спорт мастеры, тренер һәм шәхси эшҡыуар Светлана Нагаева нигеҙ һалған. Йүнсел өсөн был беренсе үҙәк түгел. Быға тиклем дә ул ҡул көрәше буйынса бер нисә үҙәк асып, тиҫтәләгән спортсы тәрбиәләгән. Үҙәктә шөғөлләнеүселәр - ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә еңеү яулаған көрәшселәр. Сираттағы клубта дзюдо, самбо, ҡул көрәше, тхэквондо һәм башҡа түңәрәктәр эшләйәсәк.
Спорт үҙәген шәхси эшҡыуар үҙ аҡсаһына төҙөгән. Клубта балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Улар өсөн фитнес ҡоролмаларын ҡатып алыу ҡаралған.