Урындағы юл емерелмәһен! Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Мөрсәлимдә карьер эшен тәртипкә килтерергә ҡушты. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы эшмәкәрлеге арҡаһында ҡырсынташ сығарылған ауылдан район үҙәгенә тиклемге юл халыҡ өсөн ҡаршылыҡтар һыҙатына әйләнгән. Ауыр йөк ташыусы самосвалдар юлды шул тиклем емереп, үҙҙәре лә ҙур соҡорҙарға батып ултырырға мәжбүр. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова материалында.
Был йөк машинаһын вертолет ярҙамында ғына күтәреп сығарырға мөмкин, ти видео авторы. Һәүәҫкәр видеояҙма Мөрсәлим ауылына Малаяҙ яғынан ингән юлдан төшөрөлгән. Ҡырсынташ тейәлгән ҙур самосвал тәгәрмәстәренә тиклем батҡан.
Ә был кадрҙарҙа бер юлы ике ҙур самосвал Улар ҙа ауыр йөк ташыуҙан хасил булған соҡорҙарға инеп батҡан.
Малаяҙ-Үрге Ҡыйғы трассаһынан Мөрсәлимгә хәтлем 22 саҡрым. Бында хатта ауыр тоннажлы йөк машиналарына инеү тыйыла тигән билдә лә бар. Әммә был сикләүҙәрҙең үтәлеүе икеле... Күҙ асып йомған арала тәүге самосвалдар ҙа күренде. Ерле халыҡ үҙ мөрәжәғәттәрендә юлдар торошо хаҡында әснеп яҙыуы ни тиклем дөрөҫлөккә тап килеүен аңлар өсөн Салауат районына юлландыҡ.
Элегерәк район үҙәгенә 40 минут эсендә барһалар, хәҙер бының өсөн сәғәт ярым ваҡыт сарыф ителә. Дауахана, поликлиника, почтала йомоштары булғандар юл аҙабы - гүр ғазабы тип ҡабатларға мәжбүр. Мәктәп автобустарында ошо юлдарҙан йөрөүсе балалары өсөн ата-әсәләр ҙә ут йотоп йәшәй.
Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль юлдарҙа 1-30 апрелгә тиклем ауыр тонналлы автомобилдәр хәрәкәтен ваҡытлыса тыйыу ҡарары ла самосвалдарҙы туҡтатмай. Улар Мөрсәлим карьерынан ҡырсынташ ташыуҙы дауам итә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыусылар тарафынан юлдарҙы эксплуатациялау тәртибе мәсьәләһен күтәрҙе. Мөрсәлим ауылы янындағы ятҡылыҡты Ростов өлкәһенән «Шахтинский карьер» предприятиеһы эшкәртә. Сеймал ташығанда юлға етди зыян килтерелә.
Ерле халыҡ автомобилдәрҙә йөрөй алһын өсөн Салауат районының юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән емерелгән участкалар тигеҙләнеп транспорт үтерлек хәлгә килтерелә.
Подрядсы ойошма юл ремонтын июнь-июль айҙарында башлаясаҡ. Урындағы әһәммәттәге юлға зыян килтергән карьер эшмәкәрлегенә килгәндә Башҡортостан башлығы киләһе дүшәмбе көнгә транспорт министрлығының төбәк етәксеһенә мәсьәләне оператив хәл итеп, ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында еткерергә ҡушты.
Гүзәл Борханова