Өфөлә Чернобыль АЭС-да авария эҙемтәләрен бөтөрөүсе геройҙарҙы хөрмәтләнеләр

Чернобыль атом электростанцияһындағы фажиғәгә - 38 йыл. 1986 йылдың 26 апрелендә төнгө икенсе ярты тирәһендә станцияның 4-се энергоблогы шартлай. Ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында радиациянан 100 мең квадрат километрҙан ашыу биләмә, 7 миллиондан ашыу кеше зыян күрә. Тарихи дата уңайынан бөгөн авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл янында тантаналы митинг үтте. Ликвидаторҙар, уларҙың яҡындары, дәүләт эшмәкәрҙәре мемориалға сәскә һалды.

Шартлау эҙемтәләрен юҡ итеү өсөн бөтә илдән хәрбиҙәр йыйыла. Башҡортостандан иһә был операцияла 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Бөгөн республикала 1400 «ликвидатор» иҫәпләнә, сағыштырыу өсөн: былтыр ғына был күрһәткес 300-гә күберәк булған. Ҡыҙғанысҡа, геройҙар сафы һирәгәйә. Зыян күреүселәр йыллыҡ компенсацияға дәғүә итә. Матди ярҙамға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, Социаль фонд республика бүлегенә йәки Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеп, заявка тапшырырға мөмкин.