Стәрлетамаҡ районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 79-сы еңеү яҙын ҡаршы алырға әҙерләнә

Стәрлетамаҡ районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәшит Әһилиуллин 79-сы еңеү яҙын ҡаршы алырға әҙерләнә. Төбәктең почетлы гражданины Ғәбдрәшит Хәмит улы Талас ауылында йәшәй. Ветерандың тормош китабында - аслыҡ йылдары, Рус-япон һуғышы, 4 тиҫтәгә яҡын хеҙмәт стажы. Ә оҙон ғүмерлелек сере иһә киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанда, Ғәбдрәшит Хәмит улы кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә яңы саҡырылған була. 17 йәшлек үҫмер Бөйөк Еңеү тураһында хәбәрҙе Өфөлә ишетә. Ҡыуаныс тойғолары әлегеләй хәтерендә. Тик һуғыш һынауҙары уның да өлөшөнә ҡалған була. Фашист Германияһын еңгәндән һуң, Рус-япон һуғышы башлана.

Рус-япон һуғышында хәрби ҡаҙаныштары өсөн Ғәбдрәшит Хәмит улы старшина вазифаһына етә. Япондарҙарҙы ла тар-мар иткәндән һуң, ҡайтыр ваҡыт еткәндер ҙә кеүек, әммә һалдат Әһлиуллин 7 йылдан һуң, 1951 йылда ғына тыуған еренә аяҡ баҫа. Бер йылдан ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән 6 балаға ғүмер бүләк итәләр.

Бөгөн Ғәбрәшит Хәмит улы тиҫтәнән ашыу бүлә-бүләсәгә олатай. Йәше йөҙгә тулып килһә лә, сал сәсле уҙаман дәртле, көр күңелле. Хәле һалдат сағындағылай. Хәтере яҡшы, иманы оло. Оҙон ғүмерлек сере лә ябай, ти ул, көлөп.

Ауыл ғына түгел, бөтә район халҡы хөрмәтләй уны. Райондағы берҙән-бер ветеран өсөн йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә бөтә ауыл халҡы йыйылып, байрам үткәрәләр.

97 йәшендә лә Ғәбдрәшит Хәмит улы әүҙем тормош алып бара: машина йөрөтә, баҡсаһын ҡарай. Бер быуатлыҡ юбилейын да әлегеләй күтәренке рухта ҡаршыларға ниәтләй.

Рәзилә Ғиниәтуллина