Республикала баҡсасылар ширҡәттәрен газ менән тәьмин итеү эше башлана

Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса республикала баҡсасылар ширҡәттәрен газ менән тәьмин итеү эше башлана. Программаға ярашлы, «зәңгәр яғыулыҡ» булған тораҡ пункттар сигендә урынлашҡан ер участкаларына торбалар бушлай һалынасаҡ.

Оператив кәңәшмә барышында Газпром компанияһы менән берлектә программаға инәсәк йорттарҙы инвентарлаштырыу уҙғарылыуы билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда газ менән тәьминәт һәм газ үткәреү программаһы буйынса ҡасаба-ара 50 газ үткәргес төҙөлөшө дауам итә, уларҙың 22-е буйынса эш быйыл тамамлана. 2027 йылға тиклем тағы ла 52 газ үткәргес төҙөлөшө планлаштырылған. Төбәк етәкселеге тарафынан халыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе контролдә тотола.

Айырым категория граждандарға - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби бәрелештәр инвалидтары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, күп балалы ғаиләләргә - газ үткәреүгә сертификаттар таратыу дауам итә. Был мөмкинлек менән 9265 йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған.