Хәйбулла районы китап һөйөүселәре Бөтә Рәсәй мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашты

«Минең йыһаным - ғаиләм». Хәйбулла районы китап һөйөүселәре Бөтә Рәсәй мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашты. Райондың үҙәк китапханаһында «Ғаилә менән уҡыйбыҙ» девизы менән үткән сара хаҡында киләһе яҙмала.

Һәр кеше тормошонда ғаилә мөһим урын алып тора. Ғаиләлә алған тәрбиә, әҡлаҡ нигеҙҙәре шәхесте формалаштыра. Ата-әсәһе янында, үҙ ғаиләһендә кеше тәү тапҡыр мауыҡтырғыс китаптар менән таныша. Ҙур сәхнән райондың өлгөлө ғаиләләре тәбрикләнде. Һәр береһе ғаилә тарихы, яратҡан яҙыусылары, китаптары хаҡында бәйән итте.

Китап һәм мәғлүмти күргәҙмәләр, тематик фотозоналар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе һәм ҡул эштәренә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре...Китап һөйөүселәрҙең һәр береһе күңеленә ятҡан шөғөл тапты. Сарала ҡатнашҡан, китап уҡырға яратҡан малай-ҡыҙҙар лотрея уйындарында ҡатнашып, бүләктәр отто.

Бөтә Рәсәй мәғрифәтселек акцияһы - китап уҡыу, белем алыу һәм ижади ялға үрелеп барҙы. Быйыл халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тула. Сара халыҡ шағирының «Ҡыҙ урлау» һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған постановкалар менән тамамланды.

Гүзәл Борханова