Башҡортостанда 25 меңдән ашыу кеше “Еңеү диктанты”н яҙған

Халыҡ-ара патриотик акция алтынсыға ойошторолдо. “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 500-ҙән ашыу майҙансыҡ булдырылды. Акцияла ҡатнашҡандарға Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса 45 минут дауамында 25 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән сығарылыш уҡыусыларына юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балл бирелә.