Музыканттар Санкт-Петербургта Мария театрында һәм Мәскәү консерваторияһында сығыш яһаны. Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, дәүләт оркестры Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев менән концерт ҡуйҙы. “Музыканттар Башҡортостандан данлыҡлы Мария театрында сығыш яһаған беренсе артистар булды. Театрҙың генераль директоры һәм художество етәксеһе Валерий Гергиевҡа саҡырыу өсөн рәхмәт белдерәм. Артистарға ла ҙур талант һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн рәхмәт. Симфоник оркестр республиканың йөҙөк ҡашына әүерелде”, - тип яҙа Радий Хәбиров.