Башҡортостанға ташҡындан зыян күргән Ырымбур өлкәһенән 182 бала килде

Мәләүез районы “Дуҫлыҡ” һауыҡтырыу лагерында Орск ҡалаһынан 7-15 йәшлек мәктәп уҡыусылары ял итә. Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Мәктәп уҡыусылары 21 көн ял итә. Быға тиклем республикаға Белгород өлкәһенән 500 бала килде.