Башҡортостанда урман биләмәләре һауанан күҙәтелә

"Урман һаҡсыһы" тигән система эшләп килә. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, 2021 йылда көслө янғындарҙан һуң мониторинг буйынса эш камиллашты. Янғын хәүефе ҙур булған биләмәләрҙә онлайн-камералар урынлаштырылған. Бынан тыш йыһандан күҙәтеү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ биләмәләр өҫтөнән самолеттар оса, ғәҙәти патруль-рейдтар ҙа ойошторола. Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе миҙгеле башланды.