Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Кирилл Первов белдереүенсә, республикаға туристар килә. 13 майға тиклем Инйәр, Ләмәҙ, Һаҡмар, Еҙем йылғаларында ҡотҡарыусылар дежур итә. Туристарға маршрутҡа сығыр алдынан ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы сайттарында онлайн теркәләргә кәңәш ителә.