“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында Өфө табиптары райондарға сығып ҡабул итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер кешеләрҙә юғары ҡан баҫымы, артыҡ тән ауырлығы, ҡанда глюкоза һәм холестерин күберәк булыуы асыҡланған. Бындай пациенттарға өҫтәмә медицина тикшеренеүе үтеү өсөн йүнәлтмә бирелгән. Сәләмәтлек поездары 6 йүнәлеш буйынса йөрөй. Автоколонналар хәрәкәте графигы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.