Бөгөн «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы башланды. Быйыл уның девизы: «Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Йылдағыса яҙма эш онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башҡорт теленән диктантты «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында яҙҙы. Уның менән бергә акцияла Белорет һәм Мәләүез райондарынан хәрби күнекмәләрҙә булған уҡыусылар, ун мәктәп директоры ла ҡатнашты.
Диктантты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. «Шайморатов менән осрашыу» тип исемләнгән текст авторы журналист Лариса Абдуллина. Дөйөм алғанда, республика буйлап диктант яҙыу буйынса мең ярымдан ашыу майҙансыҡ ойошторолғайны. Патриот паркына килгәндә, биләмәлә бөгөн «Хәтер баҡсаһы» акцияһы ла үтте. Уның сиктәрендә ҡарағай һәм йүкә үҫентеләре ултыртылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 апрелгә тиклем диктантты өйҙә үҙаллы ла яҙырға мөмкин.