Ғафури районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән

Ғафури районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Садиҡов 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Оло йәштәге ветеран 18 йәшендә фронтҡа китеп Бөйөк Еңеүҙе Берлин эргәһендә ҡаршы алған. Легендар «Катюша» ҡорал системаһы менән ил тыныслығы өсөн дүрт йыл дауамында көрәшкән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Күптән түгел 100 йәшлек юбилейын билдәләгән Ғәбдрәхим Садиҡов йылдағыса Еңеү көнөнә әҙерләнә. 1942 йылда 18 йәшлек Ғәбдрәхим Саттар улы фронтҡа китеп еңеү көнөнә тиклем дошман менән көрәшкән. Бөйөк Еңеүҙе башҡа һалдаттар менән Берлиндан 60 саҡрым арала ҡаршы алған.

Бөйөк ватан һуғышы йылдарында Ғәбдрәхим Садиҡов «Катюша» ҡорал системаһының наводчигы була. Мәскәү оборонаһы, Кенигсберг ҡалаһын һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡыйыулығы, туған иленә тоғролоғо өсөн «Германияны еңеү» һәм «Хәрби ҡаҙаныштар» өсөн миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуң Ғәбдрәхим Садиҡов тыуған ерендә торлаҡ-коммуналь хужалығында ҡул оҫтаһы булып эшләгән. Тормош иптәше менән 6 бала тәрбиәләп үҫтергән. Үҙ ваҡытында Бөйөк Еңеү өсөн көрәшкән ветеран 18 ейән-ейәнсәрен күреү бәхетенә эйә. Йылдағыса ул ҙур ғаиләһе менән изге байрам - 9 -cы май көнөн түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

Флорида Ким