Экологик өмәләр, йәшелләндереү эштәре бөтә райондарҙа ла киң йәйелдерелгән. Ҡарағай, йүкә, тирәк - республика район-ҡалаларына меңдәрсә үҫенте ултыртыла. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Билдәле диктор үҫентене изге теләктәр теләп ултырта. Флүрә Мурзина - телевидение өлкәһендә ҡырҡ йылға яҡын эшләп тамашасы һөйөүен яулаған алып барыусы. Киләсәктә Телеүҙәк алдын ул ултыртҡан йүкә ағасы биҙәйәсәк.
Аллея башҡорт телевидеһының 65 йыллыҡ юбилейына арналған. Майҙанда нәҡ йүкә ултыртылыуы ла осраҡлы түгел. Йүкә балы - Башҡортостан символдарының береһе. Баш ҡаланың рәсми булмаған гимнында йырланғанса, телевидение ветерандары тураһында ла улар сәскә ата-ата һөйләрҙәр.
Өфө халҡы баш ҡалала ағастарҙы ҡырҡыуға ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Тик низағҡа урын юҡ: серегән ағастар халыҡ өсөн хәүефле ине. Уларҙы яңылары алмаштырҙы. Баш ҡаланың тик Киров районында ғына быйыл мең төп үҫенте ултыртыу ҡаралған.
Ленин урамындағы «Хоҡуҡ аллея»һын структура хеҙмәткәрҙәре ултыртты. Бер нисә йылдан ҡаланың төп арттерияларының береһендә 20 метрға тиклем ағастар үҫәсәк.
Ә бына Баймаҡ урамдарын ҡарағайҙар биҙәр тип күҙаллана. Ылыҫлы ағас ҡала шарттарына сыҙамлы. Һауаны таҙарта, урамда тауышты кәметә. Йәмғеһе ҡалала 50 төп үҫенте ултыртылған.
Ҡарағайҙар Саҡмағошта ла ултыртылды. Урындағы халыҡ акцияға дәррәү ҡушылды. Ә Нефтекамала йәшел майҙан «Киләсәк аллеяһы» исемен йөрөтәсәк. Ғөмүмән, экологик акцияға бөтә республика ҡатнашты. Ағас ултыртыу ерҙә матур эҙ ҡалдырыуға тиң. Иң мөһиме - Башҡортостан йәшел төбәк исемен аҡлай.
Рәзилә Ғиниәтуллина