Ул йыл һайын янғын хәүефен кәметеү маҡсатында йәйге миҙгелдә ҡабул ителә. Утҡа ҡаршы көрәштә ҡулланылған техника өлгөләре менән бөгөн баш ҡала халҡы мобиль күргәҙмәлә таныша алды. Ул сауҙа үҙәге майҙанындарының береһендә ойошторолдо. Унда заманса янғын ҡоралдары менән бер рәттән раритет автомобилдәр ҙә ҡуйылды. Һәр кем тарихҡа ҡағылыуҙың уникаль мөмкинлеге менән файҙаланып, махсус техникаларҙы фотоға төшөрҙө, салонда селфи яһаны. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ үҙҙәре генә белгән янғын һүндереү серҙәре менән дә уртаҡлашты. Интерактив майҙансыҡтарҙа төрлө уйындар һәм хәүефһеҙлек квесы барыһының да күңеленә хуш килде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөндән республикала усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, урманға барыу ҙа сикләнә. Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең яуаплылығы арта. Бының өсөн штраф ҡаралған. Әйтәйек, граждандарға уның күләме - 10-20, вазифа биләүселәргә - 30-60, юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыусыларға - 60-80, ә юридик шәхестәргә - 400-800 мең һум тәшкил итә.