Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Баймаҡ, Бишбүләк, Шишмә райондарында, Өфө ҡалаһында хәлде күҙәтә. Һуңғы тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыу тураһында хәбәр килмәгән. Салауат, Мәләүез ҡалалары янында, Күгәрсен, Белорет райондарында Ағиҙел йылғаһының бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән. Өфө ҡалаһы янында Өфө йылғаһы кимәле бер аҙ түбәнәйгән.