Фажиғә Ләмәҙ йылғаһында булған. 14 турист камарандар менән ағып төшкән. БерәүҺе һыуға ҡолаған, уны ярға сығарғандар, әммә ғүмерен һаҡлап ҡала алмағандар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, туристар төркөмө рәсми теркәлмәгән. 13 майға тиклем Инйәр, Ләмәҙ, Һаҡмар, Еҙем йылғаларында ҡотҡарыусылар дежур итә. Туристарға маршрутҡа сығыр алдынан ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы сайттарында онлайн теркәләргә кәңәш ителә.