Башҡортостанда май байрамдары ағас ултырыуҙан башланды

Радий Хәбиров  социаль селтәрҙә  яҙыуынса ике  акция  үтә - "Йәшел Башҡортостан" һәм  "Хәтер баҡсаһы". -"Йәшел Башҡортостан" йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Был юлы акцияға 45 мең кеше ҡушылды. 5 мең ярым ағас, 110 мең ҡыуаҡ ултыртылды.  "Хәтер баҡсаһы" акцияһы 20 майға  тиклем бара.  640 мең үҫенте ултырыу  планлаштырыла, - ти Радий  Хәбиров.