Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса алып барыла. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, был юл күп ауылдарҙы тоташтыра. Урында йәшәүселәр ремонт кәрәклеге тураһында хәбәр иткән. Быйыл Дмитриевка һәм Кушнаренко араһында 6 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелә.