Төбәк башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, майҙың оҙайлы ялдары республикала күпләп ағас ултыртыуҙан башланды. Быйыл «Хәтер баҡсаһы» майҙансыҡтарының береһе - Шишмә районындағы «Патриот» паркы. Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар хөрмәтенә 300 йүкә һәм ҡарағай аллеяһы барлыҡҡа килде. Был акцияла һәр кемгә һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға мөмкин.
Сара 20 майға тиклем дауам итә, дөйөм көс менән 640 мең ағас ултыртыла. Шуларҙың 520 меңе - урман фонды ерҙәрендә. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ҡала-райондарҙа йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был юлы уға 45 мең кеше һәм 3 меңдән ашыу предприятие ҡушылды. Биш мең ярым эре күләмле, 110 мең ҡыуаҡлыҡ аллеяларҙа, скверҙарҙа, парктарҙа һәм ихаталарҙа ултыртылды. Яҙ дауамында тағы ла 17 меңдән ашыу ағас һәм үҫенте планлаштырыла. Барығыҙға ла яҡшы ял көндәре!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.