Башҡортостан дауаханалары баш табиптары Өфөлә ойошторолған стратегик сессияла тармаҡтың үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе, 2030 йылға медицинаның ниндәй буласағын күҙалланы. Мәсьәләләр һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын артабан модернизациялауға ла ҡағылды. Атап әйткәндә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу, медицина учреждениеларына капиталь ремонт үткәреү, ҡорамалдар һәм автотранспорт һатып алыу, поликлиникалар һәм дауаханалар төҙөү һәм башҡалар.
«Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы ярҙамында һуңғы йылдарҙа республикала байтаҡ үҙгәрештәр булды. Мәҫәлән, Саҡмағошта, Бөрөлә, Өфөнөң Затон биҫтәһендә, Баймаҡта, Ҡырмыҫҡалыла һәм Мәсәғүттә поликлиникалар, Оло Ыҡтамаҡта ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахана төҙөлдө. Һуңғы 3 йылда 400 миллион һумға яҡын суммаға 64 объектта капиталь ремонт үткәрелгән. Күп кенә төпкөл ауылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм амбулаториялар барлыҡҡа килде.