Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Илдар Бикҡужинды һуңғы юлға оҙатты. Илдар Рәшит улына 51 йәш ине.
Илдар Бикҡужиндың исеме республика халҡына яҡшы таныш. Хеҙмәт юлын ул республика матбуғат баҫмаларында фотограф булып башлай, ә һуңғы йылдарҙа Илдар Рәшит улы туризмды попурлярлаштырыу менән шөғөлләнә. Үҙе лә сәйәхәт итергә яратҡан егет был эште яратып, бар күңелен һалып башҡара. Ниндәй генә проект өҫтөндә эшләһә лә Башҡортостанды танытыу ниәте менән яна. 2022 йылда уның командаһы «Башҡортостан йөрәгенә инклюзив тур» һәм «Мин башҡорт телен өйрәнәм» проекттары менән Башҡортостан Башлығының Гранттар фондында еңеү яулай. Ростуризм гранты ярҙамында Бикҡужиндар ғаиләһе асҡан «Бишбармаҡ» милли аш-һыу оҫтаханаһы барыһының да яратҡан урынына әүерелә. Уҡытыусылары, дуҫтары әйтеүенсә, уңыш нигеҙендә, Илдар Рәшит улының тормошто, кешеләрҙе яратыуы, һәр эшкә күңел йылыһын һалыуы ята.
Илдар Бикҡужин кешеләргә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы була, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Ғүмере ҡыҫҡа булырын һиҙгән һымаҡ гел ҡабаланып йәшәй, күберәк изге эштәр башҡарып ҡалырға ашыға. Тирә-йүндәгеләргә бер ваҡытта ла ҡаты ҡағылмай, ҡояш һымаҡ йылмайып, балҡып тора. Шуға күрә Илдар Рәшит улы янында дуҫтары ла, яҡындары ла күп була. Уның йөрәк йылыһы бөтәһенә лә етә. Илдар Бикҡужин атаһының тыуған яғы Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ер ҡуйынына тапшырылды.