Хеҙмәткәрҙәр башҡорт сакураһы тип йөрөткән миндаль ҡыуаҡлығы, бугенвиллия һәм башҡа үҫемлектәр шау сәскәгә күмелгән. Өфө лимонарийында барлығы 700 төр үҫемлек менән танышып, ял көндәрен йәшеллектә үткәрергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Тәпәш миндаль ҡыуаҡлығын лимонарий хеҙмәткәрҙәре башҡорт сакураһы тип йөрөтә. Хуш еҫле үҫемлек емеш бирмәй, уны башлыса ландшафт - биҙәү эштәре өсөн һайлайҙар. Миндаль ҡыуаҡлығы алһыу сәскәләргә бер нисә көнгә генә күмелә.
Миндаль ҡыуаҡлығынан башҡа мәрүәр ағасы ла сәскәгә күмелгән. Яҡын көндәрҙә лимонарийҙа каштан сәскә атыр тип көтөлә.
Бугенвиллия декоратив ҡыуаҡлығы тропик үҫемлек һанала. Сағыу алһыу сәскә атҡан ҡыуаҡлыҡ йылы һәм яҡты ярата. Уны йорт шарттарында, бүлмәләрҙә үҫтерергә мөмкин.
Цитрус емештәре менән дан тотҡан Өфө лимонарийына йыл һайын 30 мең тирәһе кеше экскурсияға килә. Быйыл да лимонарий үҫемлектәр донъяһын яратыусыларҙы үҙенә ҡунаҡҡа көтөп ҡала.
Флорида Ким.