Гүзәллек бәйгеһендә Гран-приҙы Сибай ҡыҙы Альбина Кәримова яуланы. Конкурсанттар сәхнә оҫталығын да, телгә маһирлығын да күрһәтте. Шулай уҡ уларҙың тышҡы матурлығынан тыш интеллект кимәле, туған телде, мәҙәни мираҫты белеү буйынса белемдәре лә баһаланды. «Мәскәү һылыуҡайы» бәйгеһе Башҡортостан менән илдең баш ҡалаһы араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе һәм төбәктең йолаларына, башҡорт теленә иғтибар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.