Хәрбиҙәр шифаханала һаулығын нығыта

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары 15 шифаханала сәләмәтлеген нығыта ала. Был турала Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Быйыл ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум ҡаралған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы шифахананы үҙе һайлай, юлламаға алдан заказ бирә. Бөгөнгә шифаханаларҙа 3 меңгә яҡын хәрби һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығытҡан.