Өфө фән һәм технологиялар университеты Ирандың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Өс килешеүгә ҡул ҡуйылды. Иран полимерҙар һәм нефтехимия, Алламе Табатабаи һәм Шахид Бехешти университеттары менән бәйләнештәр нығына. Төрлө йүнәлештәрҙә берҙәм фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу ҡаралған, кадрҙар әҙерләүҙә, белем биреү программаларын булдырыуҙа хеҙмәттәшлек була.