Башҡортостанда Күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге 6 июлдә асыла. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында музей төҙөлөшө буйынса күсмә кәңәшмәлә белдерҙе. Унда Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШишмә районына эш сәфәрендә Башҡортостан башлығы ҡый ҡалдыҡтарын сығарыу, биләмәләрҙе йәшелләндереү һәм төҙөкләндреү предприятиеһында, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса яңыртылған биләмәлә булды, Урындағы агросәнәғәт колледжы эшмәкәрлеге, район үҙәгендәге Еңеү паркы, Мәҙәниәт һарайы майҙанында төҙөкләндереү эштәре менән танышты.