Бөгөн Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы. Радий Хәбиров "Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһына сәскә һалды. Тантанала Республика Хөкүмәте ағзалары, парламент депутаттары, министрлыҡ-ведомстволар,төрлө ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Радий Хәбиров профсоюз вәкилдәре менән әңгәмәләште, байрам менән ҡотланы. Стела 2022 йылда асылды. Өфөгә Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы статусы Владимир Путин указы менән бирелде.