"Салауат Юлаев" Канада һөжүмсеһе менән контрактты оҙайтты. Килешеү бер йылға иҫәпләнгән. Джошуа Ливо уҙған миҙгелдә 47 уйында 19 шайба индерҙе, 28 һөҙөмтәле пас бирҙе. Шулай уҡ Александр Хмелевский менән контракт оҙайтылды. Һаҡсы Павел Коледов менән килешеү өҙөлдө. Ҡапҡа һаҡсыһы Илья Ежов карьераһын тамамланы.