Әлегә эштәр 52 районда алып барыла. Бөгөнгә хужалыҡтар 250 мең гектарҙы сәскән. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Илеш, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Шишмә һәм Дүртөйлө райондары юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙан ашыу ер сәселә.