Радий Хәбиров белдереүенсә, бындағы агросәнәғәт колледжы бинаһы ул республика уҡыу йорттарында күргәндең - иң насары. Бина 1957 йылда төҙөлгән, ошонан һуң бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. Бында 200-гә яҡын студент белем ала. "Колледжда кәрәкле белгестәр әҙерләнә. Уҡыу йортон мотлаҡ тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Ремонтты 2025 йылда башлайбыҙ", - тине Радий Хәбиров.