Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 400 меңдән ашыу кеше яҙған

Өфөлә акцияның тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Төрлө илдәрҙә диктант яҙыу өсөн 3 меңдән ашыу урын әҙерләнгән. Акция 10 тапҡыр уҙғарылды, халыҡ-ара статус алыуға 5 йыл тулды. Һәр ҡатнашыусыға электрон сертификаттар бирелә. Улар бер ай эсендә электрон почтаға ебәрелә.