Радий Хәбиров «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды

Бөгөн - яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Байрам айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған тантаналар икенсе йыл инде ошо стела янында башлана. Дуҫлыҡ Монументы аҫтында, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан һәйкәл халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт батырлығын мәңгеләштерә.

1941-1942 йылдарҙа Өфөгә 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана, госпиталдәрҙә яраланған һалдаттарҙы дауалайҙар, заводтарҙа двигателдәр йыйыла, самолеттар һәм танктар өсөн яғыулыҡ, мотор майы, элемтә өсөн аппаратура етештерелә. Башҡортостан был дәһшәтле осорҙа «бөтәһе лә фронт, бөтәһе лә еңеү өсөн» тигән девиз менән йәшәй. Стела хеҙмәт ҡаһармандарына һәйкәл булып тора. Ул башҡорт гранитынан һәм заманса технологиялары буйынса сыныҡтырылған тоноҡ быяланан эшләнгән. Бронза барельефтары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм Башҡортостандың Милли музейҙарындағы фотоһүрәттәр буйынса тарихи образдар һынландыра. Өфөгә хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеме Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән бирелде. Ә стеланы ҡуйыу урынын йәмәғәтселек тауыш биреү юлы менән һайланы.