Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Иглин районы йәшәүсеһе менән таныштырҙы

РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хеҙмәт ветераны. Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Иглин районынан Ғәфүр Фәсхетдинов менән таныштырҙы. 1967 йылда медицина институтын тамамлаған белгес хеҙмәт юлын Кәлтә участка дауаханаһында башлай. Терапевт, невролог булып эшләй, һуңыраҡ баш табип була.

Алты йыл элек 71 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Ғәфүр Шәмсетдин улының өс балаһы ла аталарының юлын һайлаған. Шулай уҡ килендәре лә шәфҡәт туташы, ә кейәүе - ашығыс ярҙам водителе. Фәсхетдиновтар ғаиләһенә яҡшы эштәре һәм һөнәрҙәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерәм.

Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһын да Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым, бәхет теләйем!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.