Профсоюздар йортонда байрам уңайынан тантаналы йыйылыш үтте

Бөгөн профсоюздар йортонда Яҙ һәм хеҙмәт байрамына, хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Йыйылышта 1 май резолюцияһы тикшерелде, «Башҡортостан оҫталары» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ике этапта ойошторолған конкурс финалына утыҙҙан ашыу педагог, табип, шәфҡәт туташы, иретеп-йәбештереүсе һәм башҡа һөнәр эйәләре сыҡҡан.

Быйыл тәүге тапҡыр уҙғарылған «Ватан. Хеҙмәт. Ғаилә. республика профсоюздары патриотик йыр конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы ла уҙҙы. Профсоюздар йортонда Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 79 йыллығына арналған «Минең ғаиләм геройҙары» тип аталған күргәҙмә асылды. Унда ойошмалар хеҙмәткәрҙәре шанлы йылдарҙа Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән яҡындары тураһында мәғлүмәттәр килтергән.

Башҡортостан профсоюздар ойошмаларында 430 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Бындай саралар төрлө тармаҡ белгестәрен берләштерә, ә тәүгә уҙғарылған йыр конкурсы һәр өлкәлә ижади ҡарашлы белгестәр эшләүен иҫбатлай.