Баш ҡалала «Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

«Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында «Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткәрелгән фестивалдең маҡсаты милли мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыуға, тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Башҡорт, рус, татар, сыуаш, марый һәм башҡа милләттәр ихаталары экспозициялары, халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, фонтан асыу тантанаһы, күргәҙмәләр, йәрминкәләр, интерактив майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, милли спорт төрҙәре буйынса уйындар ойошторолдо. Сарала 2023 йылғы фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Сәхнәлә милли төркөмдәр сығыш яһаны. Фестивалдең киләһе этабы 31 авгусҡа планлаштырылған.