Өфөлә үлемесле юл һәләкәте теркәлгән

Бөгөн Өфөлә үлемесле юл һәләкәте теркәлгән. Менделеев менән Урман техникумы урамдары киҫелешендә дүрт автомобиль бәрелешкән. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһы кадрҙарынан күренеүенсә, машиналарҙың береһенә идара иткән водитель туҡтап өлгөрмәй алдағыһына бәрелә. Алдағы «Лада-гранта» түңкәрелә. Ҡотҡарыусылар килгәнсе, авария шаһиттары уның эсенән ир менән ҡатынды сығара. «Лада-гранта» рулендәге 64 йәшлек ханым беренсе ярҙам күрһәткән саҡта вафат була. Ир дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәптәре асыҡлана.