Республикала Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлда водителгә һәм уның ауырлы ҡатынына ярҙам күрһәткән. Лейтенант Марат Зарипов һәм Салауат Хәкимов экипажы Өфө-Ырымбур трассаһында дежурлыҡ иткән.
Хеҙмәткәрҙәргә «Вольво» водителе мөрәжәғәт итеп, машина эсендә бала табырға ваҡыты еткән ауырлы ҡатыны булыуы тураһында хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тығын ваҡытында махсус сигналдарын ҡабыҙып, йәш ата-әсәне Стәрлетамаҡ дауаханаһына тиклем оҙата. Һуңынан табиптар билдәләүенсә, ауырлы ҡатындың ғүмере, күп ҡан юғалтыу сәбәпле, хәүеф аҫтында булған. Тик инспекторҙар ярҙамында ул күңелһеҙ хәлгә юл ҡуйылмаған. Ҡатындың ҡыҙы тыуған.